Башҡортостан фермерҙарына 5 йылда 3,3 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - Башҡортостан фермерҙары ауыл хужалығы тауарының 13 процентын етештерә. Малсылыҡ, йылҡысылыҡ, балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ өлкәләрендә эш алып баралар. Фермерҙар шулай уҡ емеш-еләк, бәшмәк үҫтерә, агротуризм менән шөғөлләнә, - тине премьер-министр. Дәүләт ярҙамы киләсәктә лә була. Ауыл хужалығы министрлығында "Агростартап" һәм "Ғаилә фермаһы" программалары буйынса проекттарҙы һайлап алыу башлана.