Дума депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Спикер Вячеслав Володин белдереүенсә, закон ҡабул ителгәндән һуң 10 көн эсендә банктар проценттар буйынса түләүҙәр ғәмәлдән сығарылыуы тураһында хәбәр итергә тейеш. Шулай уҡ түләүҙәр тәртибе аныҡлана. Кредит каникулы ваҡытында проценттар түләнгән булһа, банктар был аҡсаны төп бурыс өсөн күсерергә тейеш була. "Ғүмерен аямай, илебеҙҙе һаҡлаусылар өсөн өҫтәмә финанс ярҙам кәрәк", - тине парламент рәйесе.