Башҡортостанда 24 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре махсус социаль түләү ала

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ауылдар, район үҙәктәре һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән табиптар апрелдән юғарыраҡ эш хаҡы ала башлай. Бының өсөн 2 миллиард һум йүнәлтелә, тип хәбәр итәләр Рәсәй Социаль фонды буйынса төбәк бүлексәһенән. Медицина белгесенә һөнәренә ҡарап 50 мең һумға тиклем социаль түләү тәғәйенләнә.