Һыу ҡоштарын тотоу өсөн кәмә ҡулланыу тыйыла. Яҙғы һунар осоронда инә өйрәк, һуйыр - ҡорҙарға, ярҙан 200 метрҙан кәм алыҫлыҡтан тороп ҡаҙҙарға, һунар эттәре менән сел, таҙбаш, ҡамыш турғайҙары, һоро ҡаҙҙарға һунар рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ Рәсәй һәм республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар һәм һөтимәрҙәрҙе аулау тыйыла.