Яугирҙарға социаль ярҙам. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә кеүек үк, Башҡортостанда ла былтыр 1 июндән «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалдары асылды. Унда Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары белгестәрҙән социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Яраланғандан һуң отпуск ваҡытында «Оса»ҡушаматлы яугир фондтың Иглиндағы филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Яугир бушлай юридик ярҙам алыу, медицина реабилитацияһы өсөн табип консультацияһын үтеү, яраланғандан һуң отпуск осоронда шифахана-курорт шарттарында дауаланыу өсөн юллама алыу тәртибе хаҡында мәғлүмәт алырға килгән.