Шишмә районында төҙөлгән Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген быйыл июндең икенсе яртыһында асыу планлаштырылған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Уның майҙаны - 650 квадрат метр. Үҙәктә лекторий, ҙур булмаған экспозиция һәм кафе урынлаштырыласаҡ - Тура-хан мавзолейын һәм уны тирә-яғын ҡарарға килеүсе туристар өсөн бар уңайлыҡтар булдырыла. Былтыр мавзолейға 620 метр арауыҡта йәйәүлеләр юлы һалынғайны. Быйыл уны төҙөкләндерәбеҙ - яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр һәм мәғлүмәт стендтары ҡуябыҙ. Дөйөм алғанда, проектты тормошҡа ашырыу кәмендә 5 йылға иҫәпләнгән. Бик тиҙ түгел, әммә пландарыбыҙ ҙа етди - урында етди туристик кластер булдырыу. Уның өсөн 77 гектар биләмәне бирәбеҙ. Музей-күргәҙмә комплексынан тыш бында СПА-шифахана һәм Башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге төҙөргә ниәтләйбеҙ.» тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.