Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнән 18 йәшлек өс кешене ҡулға алған

Улар элемтә объекттарына диверсия эшләргә планлаштырған. Йәштәр ваҡиға урынында тотолған, енәйәт башҡарыу ҡоралдары һәм матдәләре тартып алынған. Оператив-эҙләү эштәре барышында ҡулға алыныусыларҙың аҡса эшләргә ҡарар итеүе асыҡланған, вышканы эшлектән сығарыу өсөн аҡса тәҡдим иткәндәр.

Телеграмда матди табыш алыу маҡсатында дуҫтарса мөнәсәбәттә булған йәштәр телеграм аша билдәһеҙ кешеләр менән яҙыша башлаған. Һуңғылары элемтә объектын яндырыу буйынса инструктаж биргән. Енәйәт ҡылып, видеоға теркәгән өсөн улар йәштәргә аҡса вәғәҙәләгән.

Әлфиә Усманова, Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы рәсми вәкиле

Әле ҡулға алыныусыларға ҡарата «Диверсия» статьяһы буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар 20 йылға тиклем хөкөм ителеүҙәре ихтимал. Айырым осраҡтарҙа ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү ҙә янай. Белгестәр билдәләүенсә, закондарҙы белмәү язанан азат итмәй. Ҡанунды боҙорға тәҡдим иткән билдәһеҙ кешеләр менән бәйләнешкә инергә ярамай. Улар башлыса профессиональ психологтар, алдау алымдарын яҡшы беләләр. Кеше улар өсөн ни бары ҡорал ғына.