1 сентябрҙән мәктәп программаһында «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» яңы дисциплинаһы барлыҡҡа килә. Был турала Өфөлә алтынсы «Ҡанатлан!» мәктәп форумында әйтелде.
Өс көн дауамында барған сарала федераль ведомстволар хеҙмәткәрҙәре, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары, уҡытыусылар һәм белем биреү ойошмалары етәкселәре тәрбиә процесында заманса ҡараштар тураһында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Күләмле сарала республика төбәктәренән уҡыусылар ҙа ҡатнашты.
Торатау конгресс-холында уҙған сарала был юлы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу мәсьәләләре, илһөйәрлек һәм башҡа йүнәлештәге көнүҙәк темалар ҡаралды.
“Ҡанатлан!” форумы 2019 йылдан Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарылып килә. Бынан алда уҙғарылған форумдарҙа мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыу, полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, биш көнлөк уҡытыу программаһына күсеү кеүек мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәҫәлән, республикала 8 полилингваль мәктәп асылды. Был йүнәлештә эш тағы ла дауам итә.
Форумдың һуңғы көнөндә мәғариф өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, уҡыусылар менән һөнәри йүнәлеш биреү һәм башҡалар темаһына 9 дискуссия майҙансығы эшләне.
2021 йылдан мәктәп башланғыстарына ярҙам итеү беренсе пилот проекты эшләй башланы, 200-ҙән ашыу башланғысты хупланы. Уға ярашлы уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә финанс ярҙам күрһәтелә. Быйыл ошо маҡсатта 60 идея өсөн 30 миллион һум аҡса һалынған, киләсәктә идея прооекттары һанын 400-гә еткереү һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу бурысы тора.
Сара сиктәрендә инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» Милли чемпионатының унынсы төбәк һайлап алыу этабына рәсми старт бирелде. Чемпионатта 89 компетенция буйынса 900-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша.
Форумда быға тиклем ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙың береһе - ауыл уҡытыусыларына гранттар булдырыу. Былтыр республикала 150 йәш уҡытыусыға грант тапшырылған. Дәүләт ярҙамы күләме бер уҡытыусыға 690 мең һум тәшкил итә. Быйыл иһә мәктәптәрҙә психолог- педагог эшен йәнләндереү һәм уларҙы финанс яҡтан дәртәләндереү өсөн ошондай уҡ суммала грант булдырырға ҡушылды.
Рәмилә Исмәғилева