Шаран ауылынан Ғилфановтар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә

Эшҡыуарлыҡта ғаилә менән. Шаран ауылындағы «Алһыу» кафеһына Рәзинә менән Ҡәнзел Ғилфановтар нигеҙ һалған. Әлеге ваҡытта ата-әсәһенең эшен ҡыҙҙары Раушания дауам итә. Уңышлы эшҡыуарҙар янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Рәзинә Зәки ҡыҙы үҙ ғүмерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡомаҡ ҡойған, аш-һыу хәстәрләгән. Әйткәндәй, ашнаҡсы булыу, ашхана асып халыҡты туҡландырыу Рәзинә Ғилфанованың бала саҡ хыялы ла. Эшҡыуарлыҡҡа хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ҡала, совхоз тарҡалғас тотонған. 15 йыл дауамында бухгалтер һөнәре буйынса эшләүе лә халыҡты туҡландырыуҙы юғары кимәлдә ойоштороп иҫәп-хисап эштәрен теүәллек менән башҡарырыу мөмкинлеге биргән. Сәк-сәк иһә Рәзинә Ғилфанова әҙерләгән иң үтемле ризыҡтарҙан булған.

Ғаилә ауылда эшҡыуарлыҡты «күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй», тигән әйтемгә таянып башлаған. Еңел автомибиль урынына башта ат көсөн ҡулланғандар. Вагон һатрп алып унда ремонт эшләгәндәр, һыу үткәргәндәр. Ҡорамалдар һатып алыу менән эшкә тотонғандар. Ҡәнзел Вәри улы хәләленең һәр башланғысын хуплап, ҡушҡуллап ярҙам иткән.

Ғилфановтар бәләкәй генә вагондан башланған ашхананы ҙурайтып, кафеға әйләндереү өсөн дә ҙур тырышлыҡ һалған. Балалары, туғандары, төҙөүселәр тырышлығы менән замманса кафе бинаһы 2006 йылда үҙ ишектәрен аса. Әлеге ваҡытта ата-әсәһенең эшен ҡыҙҙары Раушания дауам итә.

Ғаилә эшенә ейәндәре Румил ашнаҡсы ярҙамсыһы, Эмиль шеф-повар булараҡ йәлеп ителгән. Уңған, тырыш Ғилфановтар йыл һайын изге рамаҙан айында ифтарҙар уҙғара. Бынан тыш юбилейҙар, тыуған көндәр, осрашыуҙарға ла хәләл көс менән әҙерләнгән мул табындар ҡора. Ауыл эшҡыуарҙары киләсәктә бейеү-күңел асыу майҙанын киңәйтеп, официантар, ашнаҡсылар һанын арттырыу ниәте менән эшләй.

Гүзәл Борханова