Баш ҡалала «Теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылар» өсөн махсус курстар башланды

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының Телерадиосәнғәт Мәктәп-студияһында «Теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылар» өсөн махсус курстар башланды. Уҡыу программаһында эфирҙа һөйләү, йәмәғәт алдында сығыш яһау оҫталығы буйынса теория һәм практика ҡаралған. Уҡырға килеүселәргә тәбиғи һәләттәрен үҫтерергә, һөнәри мөмкинлектәрен киңәйтергә телерадиоэфир белгестәре, күренекле һүҙ оҫталары ярҙам итә. Курс үтеүселәр эфирҙа аралашыу һәм экранда үҙеңде тотоу оҫталығын ғәмәлдә һынап ҡарай ала.