Ғаилә сәйәсәте, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ именлеге иң мөһим мәсьәләләр булып ҡала, тип белдерҙе бөгөн премьер-министр Андрей Назаров. Ул Республика хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. - Бөгөн Башҡортостанда 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Был ил буйынса 7-се күрһәткес. 2019 йыл менән сағыштырғанда ундай ғаиләләр һаны 6 процентҡа артҡан. Андрей Назаров үлем осраҡтары кәмеүе тураһында ла белдерҙе.