Был көндәрҙә конкурстың финал этабы үтә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһын да еңеүсе тип атарға мөмкин, сөнки улар үҙ ауылдарында йәшәйеште яҡшырта. Быйыл 12 еңеүсе билдәләнә. Иң ҙур приз - алты миллион һум. Шулай уҡ ауылдар ҙурлығына ҡарап еңеүселәргә 5, 4, һәм 3 миллион һумлыҡ аҡсалата бүләктәр бирелә.