Баш ҡаланың 450 йыллығына «Көньяҡ ҡапҡа» асыла

Транспорт проекты буйынса күләмле төҙөлөш 2022 йылда тормошҡа ашырыла башланы, быйыл өсөнсө кварталда сафҡа индерелә. Әле Пугачев урамын реконструкциялау һәм киңәйтеү, Генерал Рыленко урамы төҙөлөшө, ике урам киҫешкән урында юл сиселешен булдырыу буйынса эш дауам итә.

Биләмәлә инженер коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу тамамланыу алдында, тиҙҙән юл ҡатламы төҙөлөшөнә күсеү ҡаралған. Участкала йөҙҙән ашыу ҡеүәтле техника эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект буйынса Пугачев урамында ғына 106 күсемһеҙ милек объектын һүтеү талап ителгәйне, был йүнәлештә ҙур эш башҡарылған, уларҙың күбеһе буйынса компенсациялар түләнгән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күләмле инфраструктура проекты буйынса төҙөлөш эштәре тәүлек әйләнәһенә алып барыла.

Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелешендәге ике кимәлдәге транспорт айырсаһына килгәндә, ул ҡаланың урам-юл селтәрен бушатыуға йүнәлтелгән. Яһалма ҡоролма төҙөлгән, участкала юл ҡатламын күтәреү буйынса эштәр башҡарыла. Билдәле булыуынса, юл үткәргестең оҙонлоғо 102 метр.