Бындай мейестәр блиндаждарҙы тиҙ йылыта, кейемде яҡшы киптерә һәм уларҙа тиҙ генә ашарға бешерергә мөмкин. Оҫта уларҙы газ баллондарынан етештерә. Конструкциялар еңел генә мунса мейестәренә әүерелә. Уларҙы нисек эшләүҙәре хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һауа ни тиклем аҙыраҡ ингән һайын, утын да шул ҡәҙәр әкрен яна. Бындай режимда мейестәге яғыулыҡ өс сәғәттән ашыу янасаҡ. Был маҡсатта эре утын киҫәктәренән тыш ваҡ-төйәк сүп-сарҙы, нәҙек ботаҡтарҙы ла ҡулланырға мөмкин.
Мейес ярҙамында блиндаждар йылытыла, шулай уҡ уларҙа аш-һыу әҙерләргә һәм кейем-һалым киптерергә була. Төтөнө юҡ дәрәжәһендә, герметик ҡапҡас күмер төшөүенә лә юл ҡуймай, конструкцияһы хәүефһеҙ һәм ышаныслы. Шуға күрә уларҙы палаткаларҙа ла урынлаштырырға мөмкин. Буржуйкаларҙы яугирҙар ҡышҡы һалҡындарҙан тыш, йәйгеһен дә ҡуллана ала. Йылы миҙгелдә уларҙа һыу 15 минут эсендә ҡайнай. Бөрө эшҡыуары бындай мейестәрҙе махсус операция башланғандан һуң алғы һыҙыҡҡа сығара башлай.
Алғы һыҙыҡта Бөрөлә эшләнгән 106 дана мейес ҡулланыла. Буржуйканы бер нисә минут эсендә мунсаға әйләндерергә мөмкин. Бының өсөн таштарға кәрзин , ә төтөн ҡыуышы сегменты урынына һыу багын урынлаштырырға кәрәк. Бындай 4 ҡулайлама алғы һыҙыҡта ҡулланыла ла инде.
Буржуйкаларҙы бер окоптан икенсеһенә күсереү уңайлы булһын өсөн эшҡыуар уларҙың компакт ысулын уйлап тапҡан, металл корпусты 40 килограмдан 15 килограмға тиклем еңеләйтеүгә өлгәшкән. Тылда еңеүҙе яҡынайтыусы өс уҙаман көнөнә 15 мейес етештерә.
Гүзәл Борханова