«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эштәре менән шөғөлләнә. Был фонд бурыстарының бер өлөшө генә, уның филиалдары бөтә ил буйынса эшләй. БЮТ ижади төркөмө Баймаҡ бүлексәһенең эше менән яҡындан танышты.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Фәрит Федоров, махсус операция үткәреү зонаһына йөрәк саҡырыуы буйынса юллана. Демобилизацияланғандан һуң, яугир ҡайһы бер ҡаршылыҡтарға осрай, уларҙы хәл итер өсөнһорауҙары менән район хакимиәте бинаһында урынлашҡан «Ватанды һаҡлаусылар» фондына мөрәжәғәт итә.
Фәрит Федоров бушлай тейешле ярҙам ала. Дәүләт фонды төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй. Баймаҡ бүлексәһендә ике социаль кординатор иртәнге сәғәт 9‐ҙан киске 6 тиклем ҡабул итә. Әммә улар тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә.
«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төп бурысы - махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам күрһәтеү. Хәрбиҙәр документтар юллауҙан башлап ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыубуйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алалар.Ә социаль кординаторҙар иһә үҙенең эшен ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам принциптарына нигеҙләнеп ҡора.