Башҡортостан Хөкүмәте Дүәләт Йыйылышы -Ҡоролтай алдында отчет яһаны

Башҡортостан иҡтисадына рекордлы инвестициялар, торлаҡ төҙөлөшө төбәк тарихында булмаған юғары күрһәткестәр. Туризмды үҫтереүгә 1 миллиард 500 миллион һум федераль аҡса йәлеп итеү, 5 йылда экологияны һаҡлауға 12 миллиард 300 миллион һум йүнәлтеү.

Был Башҡортостан башлығы командаһы 5 йыл эсендә башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә. Ә ыңғай үҙгәрештәр һәр тармаҡта ла күҙәтелә. Бөгөн төп күрһәткестәр менән Дүәләт Йыйылышы -Ҡоролтай алдында Башҡортостан Хөкүмәте отчет яһаны. Әлбиттә, был осорҙағы эшмәкәрлекте һынау осоро тип әйтергә мөмкин. Әммә ҡатмарлы шарттарға - коронавирус пандемияһы, санкциялар, махсус хәрби операцияға ҡарамаҫтан төбәк иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап килә. Социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән бәйле өҙөклөктәр юҡ. Социаль учреждениеларҙы төҙөү, төҙөкләндереү дауам итә, заманса инфраструктура объекттары барлыҡҡа килә. Былтыр торлаҡ сафҡа индереү буйынса рекордлы күрһәткес теркәлгән, 3 миллион 300 мең квадрат метр. Башҡортостан иҡтисадына 620 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән, сәнәғәт тармағында ла үҫеш күҙәтелә.

Башҡортостанда эшҡыуарҙар иҫәбе артыуы күҙәтелә, әлеге ваҡытта һан 136 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса Республика Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Етештереү ҡеүәттәренең артыуы, яңы предприятиелар асылыуы, эшҡыуарлыҡ үҫеше һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Башҡортостанда һуңғы 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр эшһеҙлек кәмеүе теркәлгән. Төбәктә юлдар төҙөү буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыла, йәмәғәт транспорты яңыртыла. Эксперттар иҡтисади күрһәткестәрҙе, социаль өлкәгә ныҡлы иғтибар йүнәлтелеүен, туризм үҫешен билдәләй. Мәҫәлән, әле Шишмә районында күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы төҙөлә, яңы ял объекттары асыла. Туризм үҫешенә халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлекте нығытыу йоғонто яһай.