Рәсәйҙә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһы депутаттары алдында йыллыҡ отчетында хәбәр итте. Был программалар илдә медицина кадрҙары етмәү сәбәпле ойошторолған. Былтыр унда 6 мең ярым кеше ҡатнашҡан. Башҡортостанда уның сиктәрендә 213 белгес ауыл биләмәһендә эшләргә теләк белдергән. Әйткәндәй, республика ошо йүнәлештә федераль бюджеттан йәлеп ителгән финанстар күләме буйынса илдә тәүге өсәү исемлегенә ингән.