Тәгәрмәс өҫтөндәге күсмә фап былтыр декабрь аҙағында эшләй башлаған. Бөгөнгө көнгә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған алыҫ ауылдарҙа йәшәгән ярты меңгә яҡын халыҡҡа сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Алғы яғында-ғәҙәти газель микроавтобусы, әммә кузовтағы ҡыҙыл тәре билдәһе һәм үҙенсәлекле текст логотибы транспорттың айырыуса мөһим эш өсөн тәғәйенләнеүен аңлата. Тәгәрмәс өҫтөндәге фельдшер-акушерлыҡ пункты Митрәйгә юл тота. Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә мобиль бригаданы иртәнән үк көтә.
Митрәй, Ирсай ауылы халҡы хәҙер йәшәү урыны буйынса диспансер тикшереү үтеү мөмкинлегенә эйә. Мишкә районында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты былтыр декабрҙә тәүге рейсҡа сыҡҡан. Өс айҙан ашыу ваҡыт эсендә белгестәр 36 ауылда булып, дүрт йөҙҙән ашыу кешенең һаулыҡ торошон тикшергән.
Йәш белгес Мишкәгә Дәүләкән районынан килгән. Ярты йылдан ашыу ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы белгес итеп күрһәткән.
Тәгәрмәс өҫтөндәге фап сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында экспресс - анализдар яһарға, ашығыс ярҙам күрһәтергә һәм тикшереүҙәр уҙғарырға мөмкин. Комплекс автономлы яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, кондиционер системаларын үҙ эсенә ала. Интернет та бар. Эс яҡтан ул 2 өлөшкә бүленгән. Тәүгеһендә беренсел тикшереү үткәрелһә, икенсеһендә диагностик манипуляциялар, процедуралар башҡарыла. Тәгәрмәс өҫтөндәгеһенән тыш, районда 32 стационар фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.
«Сәләмәтлек «милли проекты сиктәрендә йыл аҙағына республикала 131 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана. Быйыл шулай уҡ 6 йылға иҫәпләнгән төбәк программаһы ла эшләй башланы. Был проект ярҙамында баш ҡала медицина учреждениеларында капиталь ремонт үткәреләсәк. Шулай уҡ ҙур күләмдә медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу башҡарыласаҡ.
Гүзәл Борханова