Өфөлә юғалған үҫмерҙәр Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличевты эҙләү 6 -сы тәүлек дауам итә

Эш тәүлек әйләнәһенә бара. Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре Ағиҙел йылғаһының 7 мең квадрат метр акваторияһын тикшереп сыҡҡан. Бөгөн улар иң тәрән урынға - 5 метрлыҡ соҡорға төштө. Вололаздар билдәләүенсә, 3 метрҙан күреү мөмкинлеге бөтөнләй юғала. Шуға ҡарамаҫтан эҙләү эштәре бер минутҡа ла туҡтамаған. Бынан тыш, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һауа мендәрендә яр буйының 40 километрын ентекләп тикшергән.

ЛизаАлерт отрядынан хәбәр итеүҙәренсә, юғалған балаларҙы эҙләү өсөн яҡшы спорт һәм туристик әҙерлекле өҫтәмә көстәр талап ителә. Әгәр һеҙ эҙләүҙә ярҙам күрһәтергә теләһәгеҙ, отрядтың тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.