Оҙаҡламай зәңгәр экрандарҙа Башҡортостан биләмәһендә төшөрөлгән яңы фильм сығасаҡ

Санкт-Петербургтан режиссер Елена Дубровскаяның «Батыр» тип исемләнгән кинокартинаһы бер айҙан прокатта булыр, тип көтөлә.

Фильмды ябыҡ күрһәтеү бөгөн Өфөлә үтте. Фильм сюжеты нигеҙенә уҡыусылар мөхәббәте һәм 2021 йылдағы урман янғындары һалынған. Сценаристар Кесе Ватан темаһына да урап үтмәй. Съемкаларҙың күп өлөшө Архангел районында үткән. Ҡайһы бер кадрҙар баш ҡаланың «Арт-квадрат» майҙанында төшөрөлгән. Режисссерҙар белдереүенсә, архитектураһы буйынса Санкт-Петербургты хәтерләткән урын бик уңайлы тура килгән.

Фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән. Кинотаҫманың күмәк сәхнәләрендә Архангел районында йәшәүселәр ҙә ҡатнашҡан. Йәмғеһе 300-гә яҡын кеше. Ижади төркөм премьераны ике аҙнанан ашыу ялһыҙ төшөргән. Төп ролде Йәш тамашасы театры актрисаһы Елена Пухова башҡарған.