Бөгөн Стәрлетамаҡ янғын һүндереүселәре ҡотҡарыусылар булып эшләне

Берҙәм ярҙам хеҙмәте диспетчерҙары уларҙы «Ветеран» баҡсасылар ширҡәтенә ебәрҙе, унда бер кеше йәшәгән бөтә урамды һыу баҫҡан була. Янғын һүндереүселәр үҙ машинаһында ҡазаға тарыусы ирҙе эвакуациялай. Һуңғы тәүлек эсендә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығына ҡар һыуҙары иреп һыу баҫыу тураһында 260-тан ашыу хәбәр килгән. 12 йорт һәм 184 участканы һыу баҫыу осраҡтары контролгә алынған.Тәүлегенә 2 метр самаһы иң юғары һыу күтәрелеү кимәле - Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы эргәһендәге Өҫән йылғаһында теркәлгән. Бынан тыш, төбәктә 7 юл участкаһында һәм 9 күперҙә һыу баҫыу осрағц күҙәтелә. Ҡотҡарыусылар хәлде даими күҙәтә.

4 апрель иртәнге сәғәт 8 Кушнаренко районы Матвеев ауылы янында Сәрмәсән йылғаһы ярҙарынан сыға. Көслө ағым ауди автомобилен юлдан ситкә ағыҙып алып китә. Транспорт сараһы эсенән ир, ҡатын һәм 14 йәшлек үҫмер үҙаллы сыҡҡандан һуң, үрмәләп ағасҡа менергә мәжбүр була.Ҡотҡарыусылар өс кешене лә кәмәлә хәүефһеҙ ергә алып сыға.

Андрей Зайцев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы