Башҡортостанда биологик диверсиялар тураһында ялған хәбәр тарала

Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итәләр. Халыҡты крандан аҡҡан һыуҙың йоғошло булыуы менән ҡурҡыталар. - Бындай ялған хәбәрҙәр әлегә тиклем дә таратылды. Халыҡҡа рәсми һәм дөрөҫ мәғлүмәттәргә генә ышанырға кәңәш итәбеҙ, тип белдерәләр ведомствонан.