Биш йылда күрһәткестәр 40 процентҡа яҡшырған. 2023 йылда 225 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән, тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров. - Әле эшкәртеү сәнәғәте мөмкинлектәрен арттырыу, тауарҙы һаҡлау инфраструктураһын үҫтереү бурысы тора, тине ул. Экспорт күрһәткестәре лә яҡшыра. Уҙған йылда агросәнәғәт продукцияһы 44 илгә һатылған. 5 йылда экспорт 3 тапҡыр артҡан.