Башҡортостанда совет заманындағы ҙур төҙөлөш тергеҙелде

 Премьер-министр Андрей Назаров Сибай – Подольск – Новорудная тимер юлы төҙөлөшө менән таныштырҙы. Ҡеүәтле объект 1985 йылда тәҡдим ителә, әммә тормошҡа ашырылмай ҡала. Андрей Назаров әйтеүенсә, бөгөн проект раҫланған. Тимер юлдың оҙонлоғо 160 километр була. Унан йылына 14 миллион тонна йөк ташыу ҡарала. Ҙур төҙөлөш өсөн 110 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала.