Венер "Башҡорт" Ғәлиев яңы алышҡа әҙерләнә

Ҡатнаш алыш оҫтаһы, "Башҡорт" ҡушаматлы Венер Ғәлиев киләһе алышын Өфөлә уҙғара. Ул 31 майҙа Румыниянан Аурел Пиртеа менән көс һынаша. Алыш "Өфө-Арена"ла була. Венер Ғәлиевҡа 48 йәш. Ул 20 йылдан ашыу ҡатнаш алышта сығыш яһай. 36 еңеү яулаған. Аурел Пиртеа профессиональ майҙанда 29 тапҡыр еңгән.