Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу теҙмәһе яңыртыла

Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һынауҙы үтә алмағандар өсөн тағы бер мөмкинлек бирелә. 4 июлдә информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле, физика, химия һәм сит телдән яҙма имтиханды ҡайтанан тапшырып була. 5 июлдә биология, география, математика, тарих, әҙәбиәт һәм сит телдән һынау ҡаралған. Уҡыусыларға быйыл уҡ ВУЗға инеү өсөн мөмкинлек арта. Берҙәм имтихандарҙың төп өлөшө 23 майҙа башлана.