Өфөлә Ураҙа ғәйетен билдәләү программаһы аныҡланды

Байрам быйыл 10 апрелгә тура килә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, саралар  23 мәсеттә  үтә, улар иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. БСТ телеканалында тура трансляция ойошторола. Шулай уҡ "Башҡортостан" лайфстайл үҙәге янындағы майҙанда сара була. Бында концерт, йәрминкә ҡаралған. Килеүселәрҙе былау менән һыйлайҙар. Киләһе шаршамбы мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй.