Быйыл Өфөлә юл соҡорҙарын ямауға күберәк аҡса бүленә

Был турала ҡала  хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Өҫтәп 50 миллион һум ҡаралған. - Быйыл соҡорҙарҙы тигеҙләү ғәҙәттәгенән иртәрәк, ғинуар аҙағынан башланды. Бөгөнгә 5 мең ярым квадрат метр асфальт һалынған. Апрелдә асфальт-бетон заводы асылыуы көтөлә. Унан һуң ремонт эштәре йылдамыраҡ алып барыласаҡ, тине Ратмир Мәүлиев.