Быйыл Ҡыйғы һәм Баймаҡ райондарында “Патриот” үҙәктәре асыла

Улар Шишмә районындағы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби тәрбиә үҙәгенә оҡшатып төҙөлә. 2020 йылдан башлап республика мәктәптәрендә Миңлеғәли Шайморатов кластары асылып килә. “Патриот” паркында 8 мең самаһы бала күнекмә үткән. Күптән түгел республикала “Ир-егеттәрсә һөйләшеү” тигән илһөйәрҙәр форумы ойошторолдо, “Батырҙар ярышы” үтте.