https://vk.com/video-85076499_456252139

Кушнаренко районы Матвеев ауылы эргәһендә һыу баҫыуға бәйле, автомобиль юлдан ситкә сығып киткән. Салонда өлкөн йәштәге ирле-ҡатынлы пар менән уларҙың 14 йәшлек ейәне ултырған. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Был хәлгә Сәрмәсән йылғаһы һыуҙарының ярҙарынан сығыуы сәбәпсе булған.

Пассажирҙар үҙаллы машинанан сығып , эргәлә үҫкән ағас башына менгән. Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар зыян күреүселәрҙе һыу эсенән кәмәгә ултыртып алып сыҡҡан. Дөйөм алғанда, тәүлек эсендә республиканың 112 системаһына йорт алды биләмәләрен ташҡын һыуҙары баҫыуға бәйле 120 хәбәр килгән. Ташҡын хәүефе миҙгеленән алып ошондай 700 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.