Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ ҡуҙғалды

Быйыл белгестәр Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы бассейны йылғаларының уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 2-4 көнгә иртәрәк асылыуын фаразлағайны. Күҙаллауҙар раҫланды. Һуңғы йылдарҙа республикала йылғаларҙың ғәҙәттәгенән алдараҡ асылыуы ғәжәп күренеш түгел. Баш ҡалала боҙ китеүе күпселек осраҡта 8-13 апрелгә тура килә торғайны, ә 2017 йылда ул 17 апрелдә генә ҡуҙғалды. Тәбиғәттең матур күренешен күреп ҡалыу өсөн бөгөн дә халыҡ Ағиҙел буйына ағылды. Күптәр боҙ китеүен кеҫә телефондарына төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалды.

Әйткәндәй, бөгөн Иглин районындағы Ләмәҙ йылғаһы ла боҙҙан әрселде. Көслө боҙ китеүе төшөрөлгән видеояҙма менән социаль селтәрҙәрҙә урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова уртаҡлашты.