Яҡташтары тормошон уңайлы һәм зауыҡлы итеүсе. Шаран ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Анатолий Васильев ҡорам, мәсет, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға мемориаль комплекстар төҙөй, шишмәләргә яңы һулыш өрә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итә. «Атайсал - Кесе Ватан» республика проектына әүҙем ҡушылып, тыуған районына ярҙам итеүсе янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Анатолий Васильев Шаран районында эшҡыуарлыҡты башлап ебәреүсе. 2001 йылда райондың халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү йорто бинаһын реконструкциялағандан һуң сауҙа үҙәге аса. Сифатлы торлаҡ йорттар, социаль учреждениелар төҙөүсе эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә уңыш ҡаҙана. Уңған уҙаманға «Шаран районына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе тапшырылған.
Бөгөн уның эшен улдары Алексей менән Андрей дауам итә.
Ата-бабалары тарихына арналған стенд эшҡыуар Анатолий Васильев кабинетында мөһим урын алып тора.Тарихи ҡомартҡылар араһында иң ҡәҙерлеһе 11 быуынға тиклем ентекле өйрәнелгән нәҫел шәжәрәһе. Васильевтарҙың нәҫеле 17 быуаттың 70-се йылдарында йәшәгән Ефремдан таралған.
Эшҡыуар атаһы СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Иван Васильевтың исемен мәңгеләштерә.Уның иҫтәлегенә Папановка ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһына улдары менән бергәләп мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, стенд булдыралар.
Анатолий Васильев ярҙамы менән 2021 йылдың октябрендә тыуған ауылы Соколовкала арт- объект ҡалҡып сыға, урамдарға ҡырсынташ түшәлә, ауылдар тарихына арнап китап нәшер ителә. Эшҡыуар бынан тыш район үҙәгендә «Сәкинә» мәсетен төҙөтөүҙә бағыусы булараҡ ҡатнаша, Михайл-Архангел ғибәҙәтханаһын төҙөүгә лә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ҡыңғырау, ҡыйыҡ, түшәм, стеналар һәм япмалар өсөн материалдар һатып ала, сиркәүҙең эске биҙәлешен финанслай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға өс ауылда мемориаль комплекс , Шаран ауылының Тихонов шишмәһен төҙөкләндереү һәм самауыр төҙөтөү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға әүҙем ярҙам... Был изге ғәмәлдәрҙе Шаран эшҡыуары йөрәк ҡушыуы буйынса башҡара.
Гүзәл Борханова