Күләмле бәйге 1993 йылдан ойошторола, еңеүселәр ике йылға бер тәбрикләнә. Сараны ойоштороусылар булараҡ Олег Йыһаншин иҫтәлегендәге Ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фонды менән Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе сығыш яһай.
Конкурстың тәүмаҡсаты - республика һәм Рәсәй төбәктәрендә тәбиғәтте, ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау менән шөғөлләнгән граждандарҙың һәм ойошмаларҙың эшен ҡеүәтләү. Наградаға һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ буйынса инспекторҙар, урман ҡарауылсылары, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, ғилми-тикшеренеү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар һәм журналистар лайыҡ булды.
Сара сиктәрендә «Ҡырағай хайуандарҙы һәм тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләләре»нә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда билдәле ғалимдар, башҡарма власть органдары вәкилдәре сығыш яһаны. Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостанда тәбиғәтте һаҡлауға арналған мөһим проекттар ҙа ҡаралды.