Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан Өфөнөң Октябрь проспектында парад уҙасаҡ. Сарала хәрбиҙәр, юнармеецтар, кадеттар, курсанттар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнаша. Шулай уҡ тәүге тапҡыр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙәре лә сыға. Барлығы 22 парад расчеты, тынлы оркестр булыуы күҙаллана.
Парадҡа тәүге әҙерлек «Өфө-Арена» майҙанында үтте. Артабан ул кесе йома һайын ойошторола. Генераль репетиция 4 һәм 7 майға тәғәйенләнгән. Был ваҡытта Октябрь проспектында өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнеүе ихтимал. Әйткәндәй, Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, тантаналы марш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы өс парад иҫәбе билдәләнә. Еңеүсегә Башҡортостан башлығының күсмә кубогы һәм 1-се дәрәжә диплом тапшырыла. Призлы урын алыусылар икенсе, өсөнсө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнәсәк.