Өфө балалар диңгеҙселәр үҙәге «Рәсәй һәм донъя мәктәптәрендә кино дәрестәре» проектын тормошҡа ашыра

Контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө балалар диңгеҙселәр үҙәге «Рәсәй һәм донъя мәктәптәрендә кино дәрестәре» проектын тормошҡа ашыра. Өс сәғәтлек программаға иҫәпләнгән дәрестәр төрлө йүнәлештә алып барыла.

Хәрби Дан музейына экскурсия, «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү», кино дәрестәре, һүрәт төшөрөү, конструктор йыйыу шуларҙың береһе. Һуңғыһы йыл башында Пермь өлкәһенә алынған тәжрибә нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Киләсәктә үҙен инженерлыҡ тармағында күрергә теләгән малай-ҡыҙҙар өсөн дәрес мөһим ҡала. Шулай уҡ секцияларҙың береһендә балалар автомат һүтеп-йыйырға өйрәнеү менән бергә, хәрби әҙерлек буйынса махсус дәрестәр ҙә ала.

Шулай уҡ урында маскировка селтәрҙәре һәм тактик беләҙектәр үреү буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолған. Әҙер булған әйберҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә. Әйткәндәй, 27 май Өфө балалар диңгеҙ үҙәге быйыл 50 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан учреждение юбилейға әҙерлек сараларын башланған.