Әлшәй егете атаһы һәм олатаһы артынан махсус хәрби операцияға юлланған

Әлшәй районының Дим ауылынан 21 йәшлек егет махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән. Йәш егеткә атаһының һәм ағаһының  ҡаһарманлығы өлгө булған. Хәҙер өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.«Фашизмды юҡ итергә кәрәк. Тап ошо теләк беҙҙе алға әйҙәй. Еңеп ҡайтырбыҙ», — ти «Памир» ҡушаматын алған егет.