Өфөлә биләмәләр тәртипкә килтерелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса  эштәр барышы  менән танышты. Бөгөнгә 5 мең ярым квадрат метрҙа асфальт һалынған. Бөтә юлдарҙа соҡорҙар ямала. - Ҡыш ҡатмарлы булды. Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп. Юл соҡорҙарын ямау февралдә үк башланды. Асфальт заводтары әле эшләмәй, шуға һалҡын ҡатнашмалар ҡулланыла. Халыҡ йөрөгән урындарҙы тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылды. Ҡар ирей, ҡала таҙа булырға тейеш, -тине Радий Хәбиров.