Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов махсус хәрби операция биләмәһенән Башҡортостанға ҡайтыуы хаҡында хәбәр итә. Ул яңы бойороҡ алыуы тураһында яҙа. - Махсус хәрби операция тормошомдоң көтөлмәгән һәм еңел булмаған осоро. Унда юлланыуыма бер секундҡа ла үкенмәйем. Йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ өсөн барҙыҡ. МХО-ла алынған тәжрибә баһалап бөткөһөҙ, - ти ул. Азат Бадранов 2022 йылдың ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнаша.