Юғалған Өфө үҫмерҙәрен эҙләү туҡтатылмаясаҡ

Был турала бөгөн Радий Хәбиров оператив штаб хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа белдерҙе. 30 мартта юғалған Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмовты эҙләү 8-се көн дауам итә. Башҡортостан башлығы баш ҡала буйлап эш сәфәрендә шулай уҡ юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау барышын тикшерҙе, социаль объекттарҙа булды. Эш сәфренең төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Асфальт-бетон заводтары әле асылмаған, ә юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау башлана. Быйыл Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ремонтҡа ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән тотонғандар. Әлеге тәбиғәт шарттарында соҡорҙарҙы ямарға махсус техника һәм технологяилар булышлыҡ итә.

Ҡар иреү менән юл соҡорҙары ғына түгел, башҡа проблемалар ҙа ҡалҡып сыға. Тәү сиратта урамдарҙы, ихаталарҙы ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартыу мотлаҡ. Өфөлә бөгөн экологик өмәләр башланды, ҡаланы таҙартыуға 60 мең тирәһе кеше сыҡҡан.

Башҡортостан башлығы Өфөнөң 40-сы белем усағында ла булды. Мәктәптә 30 мартта юғалған 13 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе эҙләү буйынса оператив штаб ойошторолған. Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмовты эҙләү 8-се көн дауам итә.

Республика башлығы юғалған үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты, уларға өмөттәрен өҙмәҫкә кәңәш итте. Штаб ябылмай, балаларҙы эҙләү дауам итә, тине Радий Фәрит улы.

Йәйге каникул башланыуға ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Өфөләге «Аҡсарлаҡ» балалар ял-һауыҡтырыу лагеры миҙгелде асылға әҙер тиерлек. Әле бында тиҙ ҡорола торған конструкцияларҙан яңы корпус төҙөлә. Был икенсеһе, тәүгеһе үткән йылда сафҡа индерелгән. Заманса объекта бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, бында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн йыһазландырылған бүлмәләр ҙә ҡаралған.

Быйыл Башҡортостан «Рәсәй-спорт дәүләте» халыҡ-ара форумын ҡабул итә. Күләмле сараның төп майҙансығы Өфө көрәш һарайы булыр тип күҙаллана. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров объектты төҙөү барышын тикшерҙе. Республика башлығы эргә-тирәләге биләмне төҙөкләндереү бурысын да ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, әле эш графикҡа ярашлы бара. Көрәш һарайы Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән юбилей объекттарының береһе. Ул тап « Рәсәй-спорт-дәүләте» халыҡ-ара форумына ишектәрен асыр тип көтөлә.

Рәмзиә Кәримова