Урам, йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүҙә урындағы хакимиәт, төрлө предприятие, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған граждандар әүҙем ҡатнашты.
Баш ҡаланың Ленин районында йәшәүселәр ҙә экологик сараға ҡушылып, Революция урамын сүп-сарҙан таҙартты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ бара, ул 26 майға тиклем дауам итә. Шул уҡ ваҡытта Яҙ һәм хеҙмәт байрамына тиклем Өфөнө тулыһынса тәртипкә килтереү планлаштырылған. Сираттағы шәмбе өмәһе 20 апрелгә билдләнгән.