Хәҙер Atum 95 бензинының бер литры 53 һум 70 тин тора. Йәғни, ул 30 тингә ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ дизель яғыулығы ла 30 тингә күтәрелеп, 61 һум 70 тингә һатыла. Ә бына Аи-100, Аи-92 һәм Atum 95 маркаларының хаҡы үҙгәрмәй. Водителдәр араһында популяр һаналған 92-се маркалы бензин элеккесә 49 һум тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, нефть компанияһы яғыулыҡҡа хаҡты быйыл тәүге тапҡыр арттырҙы.