Нефтекамала етенсе модель ВАЗ автомобиле водителе ҡала мэрияһы алдындағы үҙәк майҙанда дрифт ойошторған. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, 19 йәшлек егет Ленин һәйкәле тирәләй экстремаль хәрәкәт итә. Уны ҡулға алған ваҡытта инспекторҙар автомобилдең алғы быялаһында «ДПС эҙләйем» тигән яҙыу ҙа күрә.
Ҡағиҙә боҙоусыға ҡарата 6 административ материал төҙөлә, шул иҫәптән законһыҙ тонировка, автомобиль конструкцияһындағы үҙгәрештәр һәм хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған өсөн һәм башҡалар. Водитель үҙ ғәйебен таныған һәм башҡаса бындай хәл ҡабатланмаясаҡ, тип һүҙ биргән.