Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле ғалим, юридик фәндәр докторы, профессор Фәнис Раяновты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Фәнис Мансур улының хеҙмәттәштәре, яҡташтары, уҡыусылары ҡатнашты.
Фәнис Раянов Баҡалы районы Таҡтағол ауылында тыуып үҫкән, Свердловский юридик университетын тамамлаған. Фәнис Мансур улының бар яҙмышы юриспруденцияға, фәнгә хеҙмәт итеү менән бәйле. Нуриман районында прокурор ярҙамсыһы булып эш башлаған йәш белгес, артабан Балтас районы прокуроры, юғары мәктәп уҡытыусыһы була. Башҡорт дәүләт университетында ябай уҡытыусынан юридик фәндәр докторы, профессорға тиклем юл үтә. Фәнис Раянов 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, 40-тан ашыу фән кандидаты, 4 фән докторы әҙерләгән абруйлы остаз. Фәнис Мансур улы беҙҙең аранан китһә лә, уның исеме уҡыусылары күңелендә, фәнни хеҙмәттәрендә йәшәй, ти ғалимдың коллегалары.