Мәсьәлә Стәрлетамаҡ районында уҙған йыйылышта ҡаралды. Район мәҙәниәт һарайында умартасылар, райондың агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәр ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Дөрөҫ ҡоролған диалог күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Сәсеүлектәрҙе үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән эшкәртеү тураһында гәзит, эш чаттары, урындағы үҙидара органдарының, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең рәсми сайттары, социаль селтәрҙәр, телефон шылтыратыуҙары аша хәбәр итеү алдан башҡарылырға тейеш.
Бал ҡорттарының һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн үҙ-ара эш итеүҙе нисек яйға һалыу тураһында үҙ ҡарашын район умартасылары союзы етәксеһе, Башҡортостан республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитетының эпизоотияға ҡаршы сараларҙы контролдә тотоу бүлеге, Рәсәй ауыл хужалығын, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе идаралыҡтары вәкилдәре белдерҙе. Бынан тыш, белгестәр һәм эксперттар залдан яңғыраған һорауҙарға яуап бирҙе.