«Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә». Баймаҡ ҡалаһында Ғаилә йылына арналған ярыштың финал уйындары үтте. Унда урындағы хеҙмәт коллективтары араһында еңеү яулаған 7 ғаилә ҡатнашты.
Был спорт байрамы һәр ғаиләлә сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙы. Балалар ата-әсәләре менән бергә йүгереп тә, туп ташлап та, башҡа төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең көсөн һынаны. Уйын бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Сарала ҡатнашыусы һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Ғаилә спорт уйындарының тәүге этабы Баймаҡ ҡалаһының төрлө хеҙмәт учреждениелары араһында үтте. Финалда “Әкиәт” һәм “Толпар” балалар баҡсалары, Баймаҡ урман хужалығы, Баймаҡ ҡойоу-механика заводы, банк һәм суд приставтары хеҙмәткәрҙәре үҙ ғаиләләре менән беренселек өсөн ярышты.
Һәр ҡатнашҡан командаға абруйлы жюри тарафынан урындар бүленеп, номинациялар буйынса Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Беренсе урынға “Толпар” балалар баҡсаһынан Рәсүлевтар, уларҙан әҙгә генә ҡалышып, икенсегә “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Барлыбаевтар, өсөнсө урынға “УралСиб” банкынан Нәҙербаевтар ғаиләһе лайыҡ булды.
А. Байегетова