Республика хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты контракт буйынса хәрбиҙәр туплауын дауам итә

Бөгөн ҡоро ер ғәскәрҙәренә - танк һәм мотоуҡсылар подразделениеларына саҡырыу бара. Көн һайын республика һайлап алыу пунктына Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан хәрби хеҙмәткә үҙ ирке менән барырға теләүселәр йыйыла. Ҡайһы берҙә тотош ғаиләләр менән аталы-уллы ла киләләр. Уларҙы бер хәрби часҡа урынлаштырырға тырышалар. Хәрби хеҙмәткә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа барырға йөрьәт итә.

Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар матди һәм социаль гарантиялар менән тәьмин ителә, был хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Төбәк һәм муниципалитеттар тарафынан исемле хәрби подразделениеларға өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.

Хеҙмәткә барыу тәртибе тураһында 117 берҙәм белешмә тефонына йәки 122 һандарын йыйып ситуация үҙәгенә шылтыратырға була. Бынан тыш, күп функциялы үҙәктәр офисына йәки Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156-сы йорт адресына контракт буйынса һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.