Республикала һыу баҫыуҙан зыян күргән баҡсасылар ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеләсәк

Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә лә терәк булырға саҡырҙы. Ултырышта шулай уҡ яҙғы сәсеү кампанияһы тураһында һүҙ барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡортостандың 20 муниципалитетында һыу баҫыу буйынса 46 осраҡ контролдә тотола. Яҙғы ташҡындан айырыуса баҡсасылар ширҡәттәре зыян күргән, меңдән ашыу участкаға һыу килгән. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров төбәктең ауыл хужалығы министрлығына биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамын, тәү сиратта, һыу баҫыуҙан зыян күргән баҡсасылар ширҡәттәренә бүлергә ҡушты.

Радий Хәбиров һыу баҫыуҙан айырыуса зыян күргән Ырымбур өлкәһенә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Һыуһаҡлағыста дамба йырылыуға бәйле, Орск һәм яҡын-тирәләге биләмәнән алты меңгә яҡын кеше эвакуацияланды. Билдәле булыуынса, Башҡортостандан күрше төбәккә эсәр һыуҙың сираттағы партияһын ебәреү ҡаралған. биләмәлә Өфөнән бер төркөм ҡотҡарыусылар эшләй.

Яҙғы сәсеү кампанияһы башланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалды, ул апрелдең икенсе декадаһында башлана. Трактор-машиналар техник күҙәтеү үткән, һуңғы өс айҙа ғына хужалыҡтар 325 берәмек яңы техника алған. Орлоҡ менән тәьминәт юғары, тейешле ашламалар һәм һаҡлау сараларын туплау дауам итә. Радий Хәбиров ауыл эшсәндәренә яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреүҙәрен теләне.

Аграрийҙар, тәү сиратта, хужалыҡтарын үҙҙәрендә етештерелгән орлоҡ менән тьәмин итте. Күсеп килгән запасҡа бәйле, бында һорау юҡ. Йыл башында шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, рапс орлоҡтарын килтереүгә бәйле генә проблема бар ине, бөгөн улар тулыһынса тиерлек хәл ителде. Финанс яҡтан яҙғы сәсеү эштәре ҡиммәткә төшәсәк, дөйөм сығымдар 24 млрд һумдан ашыу буласаҡ

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры

Оператив кәңәшмәлә Стәрлетамаҡтың «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһы эшмәкәрлеге лә юғары баһаланды. Күп йылдар дауамында унда юғары сифатлы нефть промыслалары һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн ҡорамалдар етештерелә. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, былтыр завод сәнәғәт производствоһы индексын дүрт тапҡырға арттырған

Башҡортостан торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала уңайлы мөхит булған ҡалалар артҡан. Һуңғы биш йылда айырыуса үҫеш күҙәтелә. Әлегә был исемлектә 21 ҡаланың 17-һе ингән.

Гөлназ Хәйбуллина