Баш ҡалала ялға ҡайтҡан яугирҙаҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Һөйгәненә тәҡдим яһаған. «Ағиҙел» ҡушаматлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялын иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарған. Ул өйләнәсәген белдергән. Тәүге көндән алып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Сибай егете яуҙа ла үҙен һынатмай. Күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Награданы хәрбигә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы. Отпусҡа ҡайтыусыларҙың сираттағы төркөмөн оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Сарала тағы ла 7 яугир вице-премьер ҡулынан Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.

Вице-премьер Радий Хәбиров исеменән һәм шәхсән үҙенән яугирҙарға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. «Башҡортостан» полкы алдынғы һыҙыҡта хәрби бурысты намыҫ менән үтәй. Бының өсөн республика етәкселегенә бик күп рәхмәт хаттары һәм шылтыратыуҙар килә, - тине Ирек Сәғитов. Сарала шулай уҡ ягирҙар аша «Журналист» ҡушаматлы хеҙмәттәшебеҙ өсөн посылка ла оҙатылды. Билдәле булыуынса, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте махсус квадракоптер алыуға акция ойошторғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика халҡы ярҙамы менән 253 мең һум аҡса йыйылды.