Петровское ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән Туғандар ҡәберлеге мемориалында экологик өмә утте

Башҡортостан вәкилдәре Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһында генерал Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән Туғандар ҡәберлеге мемориалында экологик өмә уҙғарған.

Был турала Башҡортостан парламенты депутаты, республика башлығының спорт буйынса кәңәшсеһе Рөстәм Әхмәҙинуров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Парламент ағзаһы белдереүенсә, өмәлә ҡатнашыусылар Петровское ҡалаһының Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе кадеттары менән бергә Башҡортостандан килтерелгән 150 төп рауза сәскәһе ултырҡан. Өмәлә шулай уҡ махсус хәрби операцияла алышҡан ЧЕгевара һәм Шаман ҡушаматлы яугирҙар ҙа ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ шулай уҡ генералдың һәләк булған урынын, Петровскоела башҡорт атлыларына һәйкәлде лә барып күргән, киләсәктә уның тирә-яғын төҙөкләндереү тураһында килешкән.