Иглин районында «таҙалыҡ көнө» акцияһы ойошторолдо

Башҡортостанда биләмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса санитар өмәләр дауам итә. Иглин районында «таҙалыҡ көнө» акцияһында ойошторолған акцияға меңгә яҡын кеше йәлеп ителде.

Район ойошмалары һәм учреждениелары, муниципалитет хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Өмәселәр биләмәләрҙе сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартты, ҡар һыуҙары өсөн йырындар ҡаҙып, ҡоро үләнде тырматты. 25 берәмек техника ярҙамында полигонға 600 кубометр сүп-сар оҙатылды. Иглин районында «таҙалыҡ көндәре»н һәр йома 11-се майға тиклем үткәреү күҙаллана.